“Бындай ғәйбәттәр минең Башҡортостанды етәкләй башлауымдың икенсе көнөнә үк барлыҡҡа килде. Быға иғтибар итмәҫкә кәрәк. Эшләйбеҙ. Кемгәлер эшебеҙ оҡшамай. Бынан тыш шулай уҡ бюджет аҡсаһын үҙләштереүселәрҙе был ҡылыҡтарынан арындырҙыҡ. Ошондай кешеләр төрлө имеш-мимештәр таратып, отставкаға китеү тураһында һөйләй, республиканы ҡаҡшатырға тырыша. Әммә беҙ көслө, төрлө правокацияларға бирешмәйбеҙ”, - тине Радий Фәрит улы.
Ошо һорауға бәйле, беҙ аҡһаҡалдар фекерен ишетергә теләй, элееке эске эштәр хеҙмәте ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандар рәйесе Тәлғәт Ғәбитовтың фекеренә туҡталып үтергә булдыҡ.
“Беҙ күҙәтеп барабыҙ, Радий Фәрит улы ҡала, райондар буйлап йөрөй, тик халыҡ менән һөйләшеп өлгөрөп булмай. Шуға күрә республика башлығы менән тура бәйләнештәр - бик кәрәкле сара. Икенсенән, был сарала бик күп һорауҙарға яуап алдыҡ.
Ветерандарға ла был бик кәрәкле сара, сөнки тура бәйләнеште ҡарағандан һуң, һәр береһе республика өсөн тыныс.
Уйлауымса һәр бер кеше рәхмәтлелер Радий Фәрит улы Хәбировҡа бындай бәйләнеш өсөн Ситтә йәшәүселәр Башҡортостан республикаһы тураһында насар һүҙҙәр, фекерҙәр йөрөтә ала, тик нисәмә яҡшы һәм файҙалы эштәр башҡарылғанын белеп тә бөтмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта хөсөтлөккә барып, Башлыҡтар үс алырға теләүселәр ҙә етерлек, улар төрлөсә тыныслыҡты ҡаҡшатырға тырыша, ғәйбәт тарата, бының өсөн, әлбиттә, махсус рәүештә төрлө каналдар ҡулланыла, сығымдар түгәләр. Әммә ябай халыҡ күрә һәм республика етәксеһенең халыҡ өсөн тырышып- тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандар рәйесе Тәлғәт Ғәбитов.