Квеста ҡатнашҡан өс егет икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡолап төшөп, тән йәрәхәттәре ала. Ике кеше дауаханаға оҙатылған.
“Беренсе суд ултырышында ғәйепләнеүсе, зыян күреүселәрҙең һәм зыян күреүселәрҙең законлы вәкиленең шәхестәре асыҡланды. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙән һорау алдылар. Сираттағы суд ултырышын 2024 йылдың 24 декабренә тиклем кисектерҙеләр”, - тип хәбәр иттеләр судта.
Фото: Стәрлетамаҡ Ҡала судынан.