Светофор интеллектуаль видео аналитика менән йыһазландырыласаҡ. Был система кеше йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашҡанда автотранспорт өсөн светофорҙың ҡыҙыл сигналын автоматик рәүештә тоташтырыуҙы тәьмин итә. Яҡында мәктәптәр урынлашҡанын иҫәпкә алғанда, бындай светофорҙы тап ошо юл участкаһында урынлаштырыу балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
“Аҡыллы” ҡоролманы 2024 йылдың аҙағына тиклем урынлаштырыу күҙаллана.