Ҡатын уға ышанып аҡсаһын тейешле иҫәпкә һала һәм уларҙы кире ҡайтарырға ҡарар итә, әммә “белгес” бының өсөн иҫәпте йәнә тулыландырырға кәрәклеген аңлата. Шулай итеп, мутлашыусы ҡорбаны 200 мең һумдан ашыу аҡса һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табыш та күрмәй, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Бынан һуң ҡатын уны алдауҙарын аңлай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығында.
Әммә, ҡатын был хәлдән һуң полицияға түгел, ә юристарға мөрәжәғәт итә. Уларҙың хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса рекламаһын Интернет селтәрендә күреп ҡала. Тәүге консультация түләүһеҙ була, артабан ул ай дауамында юридик хеҙмәттәр өсөн 600 мең һум тирәһе түләй. Аҡса алғас ялған юристар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Һәм барлыҡ аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡас ҡына ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Полиция енәйәт эше ҡуҙғатты.