Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 3 декабрҙә булып үткән “Тура бәйләнешендә” башҡорт балы етештереүгә һәм ошоға бәйле урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлауға ҡағылышлы һорау бирелгәйне. Радий Фәрит улы был йәһәттән республика властарының урындағы бал ҡорттарын һаҡлауға йүнәлтелгән күп төрлө саралар күреүе хаҡында белдерҙе.
“Эйе, был бик етди проблема. Беҙгә көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттары килтерәләр ҙә, бал йыйҙырып, башҡорт балы тип һаталар. Ә унда антибиотиктар ҙа ҡулланылыуы ихтимал, ә был беҙҙең үҙ продукциябыҙ йөҙөнә кире йоғонто яһай. Бында беҙҙең ветеринария хеҙмәттәренә эш етерлек. Шуға төрлө айлыҡтар, рейдтар үткәрелеп тора”, – тине Радий Фәрит улы.
БР ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе Илдус Фәзрахманов билдәләүенсә, быйыл беренсе тапҡыр беҙҙең территорияға бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе тыйыу тураһында Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгәйне. Ул “Бал ҡорто” операцияһы тип аталды һәм тәүләп 22 майҙан 21 июнгә тиклем уҙғарылды.
“Быйыл беҙ ярайһы күп күләмдә законһыҙ бал ҡорто пакеттарын, тимәк, ауырыу һәм вируслы ҡорттар индереүҙе туҡтата алдыҡ, был практиканы артабан да дауам итергә тәҡдим итәбеҙ. Бындай законһыҙлыҡ менән көрәшергә кәрәк”, а – тип тә өҫтәне Радий Хәбиров.
Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Гүзәл Фәхретдинова белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районында 129 бал ҡорто төрө, 5222 бал ҡорто ғаиләһе теркәлгән. Йыл һайын белгестәр умартасыларҙы ветеринария ҡағиҙәләргә тап килеүенә ҡарап ревизия үткәрә. Бал ҡорттары хәүефле ауырыуҙар өсөн йылына бер тапҡыр тикшерелә.
“Башҡортостан етәкслегенең был проблемаға иғтибар итеү умартасылар өсөн генә түгел, ә етештереүселәр менән бер рәттән ҡулланыусыларға ла файҙа. Сөнки башҡорт балы тип алданып күпме сифатһыҙ продукция һатып алалар. Башлығы Радий Хәбировтың “Тура бәйләнештә” әйткән фекере менән тулыһынса килешәм, эш етерлек. Радий Фәрит улы әйткәнсә, антибиотик менән табыш артынан ҡыуыусылар ҙа етерлек, сит өлкнәнә килтергән бал ҡорттарының зыяны ла һиҙерә. Улар көнъяҡ төбәктәрҙән килтерелә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы “Бал ҡорто” республика акцияһында ҡатнашты. 2024 йылдың 16 майында рейд ваҡытында район-ара ветеринария станцияһы белгестәре ветеринар оҙатыу документтарыһыҙ бал ҡорто пакеттарын законһыҙ ташыуҙы һәм һатыуҙы туҡтатты. Ташыусы әйтеүенсә, Бал ҡорто пакеттарын Ырымбур өлкәһенән алып килгәндәр. Эш Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы һәм Россельхознадзор органдарына тапшырылды, – тип бүлеште “ТУра бәйләнештән” һуң Стәрлетамаҡ район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Гүзәл Фәхретдинова.