Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 06:33

9 декабрь – Ватан геройҙары көнө

Бөгөн Ватан геройҙары көнө билдәләнә.

9 декабрь – Ватан геройҙары көнө9 декабрь – Ватан геройҙары көнө
9 декабрь – Ватан геройҙары көнө

Ул сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа: 1769 йылда Екатерина II тарафынан Изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла. Ул Тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.

Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Беҙ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡыйыулыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн, шулай уҡ дәүләтебеҙ намыҫын яҡлап, хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән хәрбиҙәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һеҙ киләсәк быуын өсөн лайыҡлы үрнәк булып тораһығыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс тормош теләйбеҙ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас