Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 06:01

Декабрҙә икеләтә пенсия киләсәк

Был хаҡта Дәүләт думаһында декабрь һәм ғинуарҙа пенсия алыу тәртибе тураһында аңлатма бирҙеләр.

Декабрҙә икеләтә пенсия киләсәкДекабрҙә икеләтә пенсия киләсәк
Декабрҙә икеләтә пенсия киләсәк

Дәүләт думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер пенсионерҙар декабрҙә бер юлы ике пенсия аласаҡ – декабрь һәм ғинуар өсөн.

“Ғәҙәттәгесә, түләүҙе ай башында ала торған пенсионерҙар түләүҙе алдан – декабь айында аласаҡ. Был Яңы йыл каникулына һәм пенсияны түләү графигының үҙенсәлегенә бәйле. Бындай ҡарар байрам көндәрендә аҡса юҡлығына бәйле уңайһыҙлыҡтарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Киләһе түләү - февраль айында ғына була”, - тип асыҡлыҡ индерҙе ул киләһе ике айға түләүҙәр тураһында.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас