Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Ваҡиғаларға, кешеләргә ҡарата тәүге тәьҫораттарығыҙҙың хаталы булыуы ла бар. Һеҙҙең тирәләге хәлде аңлар өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәгер. Кесе йома бигерәк тә уңышлы үтер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Иң яуаплы мәсьләләрҙе үҙ аллы хәл итһәгеҙ, отолмаҫһығыҙ. Янығыҙҙа күп һөйләгән, ләкин аҙ эшләгән кешеләр ҙә бар. Шаршамбыла үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Шишәмбелә эш урынында ниндәйҙер бәхәс килеп сығыуы ихтимал. Унан ҡотолоп булмаҫ, барыбер һеҙгә лә ҡатнашырға тура килер. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе шымарта алырһығыҙ, бәлки.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Үҙегеҙгә ҡарата иғтибар артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Кесе йомала һәйбәт яңылыҡтар ишетеүегеҙ мөмкин. Улар туранан-тура һеҙгә ҡағылыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер күптән туҡтаған эшегеҙҙе дауам итергә форсат тейер. Был юлы бөтәһе лә яҡшы барыр. Яҡын араға сәфәргә лә сығырһығыҙ, бәлки.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбе арыуыраҡ килер – бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ. Тырышыуығыҙға ҡармаҫтан, уйлағанығыҙҙы тулыһынса башҡара алмаҫһығыҙ. Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә табылыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Түҙемлерәк булығыҙ. Дүшәмбенән башлап һеҙҙең тирәлә ваҡиғалар яй барған һымаҡ тойолор. Әллә ни һиҙелерлек уңыштар ҙа көтөлмәй. Оҙаҡламай нисек эш итергә кәрәклеген аңларһығыҙ һәм барыһы ла яйланыр.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ҡәҙимгесә барған ваҡиғалар ағышы шишәмбелә боҙолор. Нисек кенә аҡланһағыҙ ҙа, ғәйеп үҙегеҙҙәлер. Эштәрегеҙҙе яйлар өсөн бер аҙ йүгерергә лә тура килер, бәлки. Был һеҙҙең өсөн һабаҡ булыр.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Бөтәһе лә һеҙ уйлағанса барыр. Шишәмбелә уйламаған кешенән ярҙам килер. Кесе йомалағы ваҡиғалар өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыр. Шулай ҙа бер ниндәй ҙә юғалтыу булмаҫ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Күптән күрмәгән кеше менән осрашырһығыҙ. Был икегеҙ өсөн дә файҙалы үтер. Бәғзеләр ниндәйҙер йәмәғәт сараһында ҡатнашыр. Унда иғтибарлыраҡ булыуығыҙ бик мөһим.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Шишәмбелә көтөлмәгән хәлгә осрауығыҙ бар. Әллә ни ҙур ҡурҡыныс юҡ һымаҡ, борсолорға кәрәкмәҫ. Кемдер ниндәйҙер рәсми ҡағыҙҙарға бәйле эш менән булыр. Уның оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙна араһында мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер. Башҡаларҙың йомоштары менән булышыу күп ваҡытығыҙҙы алыр. Бының өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмәгеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, барыбер ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ.