Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "тура бәйләнеш мәлендә төрлө һорауҙар яуап бирҙе. Бында, әлбиттә, республикала башҡарылған эштәр тураһында ғына түгел, ә етәксенең күрһәтмәләре хаҡында ла фекер йөрөтөргә була.
Мәҫәлән, бер һорау вәғәҙәләргә ҡағылды.
"Кешеләрҙең проблемалары күп, әммә нимәлер вәғәҙә иткәнһең икән - мотлаҡ үтәргә кәрәк. Әгәр бына ошоно эшләйбеҙ" тип әйтәм икән, тимәк, эшләйбеҙ. Мин ете йылда бихисап эштәр ҡуштым. Әлеге хәл-торош арҡаһында ҡайһы берҙәре буйынса тотҡарлыҡтар бар, әммә бер мәсьәләне лә төшөрөп ҡалдырмайбыҙ, мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, төрлө йылдарҙағы "тура бәйләнеш" эфирҙарын файҙаланып, республика үҫеше буйынса статистика ла төҙөргә була: вәғәҙә, күрһәтмә, проблеманы өйрәнеү, финанс табыу, төҙөү (нығытыу) һәм һөҙөмтә - теге-был сафҡа ингән объект буйынса шулай уҡ "тура бәйләнеш" мәлендә рәхмәт һүҙҙәре еткереү. Был үҙенә күрә бер сынйыр, системаны ла тәшкил итә.
"Йыл һайын Радий Фәрит улы тура бәйләнештә халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Һәр саҡ асыҡ форматта үтә, унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә, хәбәрселәр ҙә һорауҙар бирә ала. Был сара матур ғына йолаға әүерелде, халыҡ инде хәҙер көтөп ала.
Республика башлығы һәр бер һорауға яуаплы килгәне ныҡ һиҙелә. Үҙем түкмәй сәсмәй генә эфирҙы тулыһынса ҡараным, Башҡортостан ныҡлы ҡулда икәнлеген аңланым. Тимәк киләсәгебеҙ өсөн ышаныс ҙур. Күп мәсьәләләр өсөн тыныс булырға ярай.
Республика Башлығы менән халыҡ араһында диалог, һәр килгән һорауға иғтибарлылығы – кире бәйләнеш кенә түгел, ә ике яҡлап та ышаныс күрәһәтеү билдәһе ул. Радий Хәбироа менән тура бәйләнештәр булып торһон, был бик мөһим һәм кәрәк!" - тип белдерҙе был йәһәттән журналист, "Стерлитамакский рабочий" гәзите баш мөхәррире Алексей Матвеев.