Өфөлә йәшәүсе 62 йәшлек иргә үҙен ҡиммәтле металдарға ивестиция яһау белгесе, тип таныштырған ҡатын шылтырата. Ул ҡорбанын тейешле иҫәпкә 10 мең һум һалырға күндерә, артабан икенсе “белгес” ирҙе юғары табыш алыр өсөн 2 миллион һумға кредит алырға өгөтләй. Ир булған аҡсаһын тиненә тиклем уғрылар иҫәбенә күсерә, әммә уларҙы кире ҡайтара алмай һәм алданыуын аңлай.
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 20 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Уға “инвестиция белегесе” шылтырата һәм телефонына махсус ҡушымта ҡуйырға һәм аккаунт булдырыу тәртибен ҡарап барырға ышандыра. Зыян күреүсе тиҙ табыш артынан ҡыуып, 1 миллон һум аҡсаһыҙ тороп ҡала, әммә бик һуң ғына алданыуын аңлай.