Төндә Ишембайҙа юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ВАЗ-2110 машинаһын күреп ҡала, уның руле артында 16 йәшлек үҫмер була.
Документһыҙ йәш водителдә иҫереклек билдәләре асыҡ күренә, һәм алкотектор быны раҫлай - 0,853 мг/л этил спирты. Машина үҫмерҙең атаһыныҡы булып сыға.
Уҡыусы машина асҡысын ата-әсәһенән һорамай алып сығып киткән.