Стәрлетамаҡта уҙған аҙнала Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан 1224 мөрәжәғәт алған, 21 мөрәжәғәт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Эске эштәр министрлығы ҡала идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников һүҙҙәре буйынса, бер аҙнала 13 дистанцион мутлашыу факты теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы - 6 млн. 800 мең һумдан ашыу. Алданыусылар араһында ике шәхси эшҡыуар – 42 мең һум, дүрт пенсионер - 4 млн. 800 мең һум, “Монетка” магазины директоры урынбаҫары 103 мең һум, “Стәрлетамаҡ йылылыҡ электр станцияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең химия цехы начальнигы урынбаҫары - 810 мең 834 һум, “АЗМ” йәмғиәте хеҙмәткәре – 225 мең 581 һум, “ТБС Логистика” йәмғиәте хеҙмәткәре 409 мең 228 һум, ике эшһеҙ - 143 мең 580 һум, Ашығыс ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәре – 208 000 мең һум.