2024 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 23 ноябрендәге 391-ФЗ һанлы федераль закон үҙ көсөнә инде, уға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ уларҙың ҡатындары, әгәр кредиттар буйынса бурысты суд түләттереүе башланған осраҡта, 10 миллион һумға тиклем бурысын тулыһынса иҫәптән сығарырға хоҡуҡлы. Документ менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт-интернет порталында таныша алаһығыҙ - http://publication.pravo.gov.ru/document/0001202411230004.
Законға ярашлы, мобилизация буйынса саҡырылыусылар, призывниктар (хәрби училище курсанттарынан тыш) һәм 2024 йылдың 1 декабренән Рәсәй Оборона министрлығы менән бер йылға махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән башҡа граждандар кредит килешеүҙәренән бушатыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт - 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).