Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Декабрь 2024, 10:09

Төҙөлөш компанияһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Башҡортостанда М-12 трассаһын төҙөгәндә эш хаҡы түләмәүҙәре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Төҙөлөш компанияһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғанТөҙөлөш компанияһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған
Төҙөлөш компанияһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тиҙ йөрөшлө магистраль участкаһында эшләүселәр быға тиклем Рәсәй Президентына видео мөрәжәғәт яҙҙыра.

Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районында М-12 “Восток” тиҙ йөрөшлө магистрален төҙөүҙә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнмәү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығында хәбәр иттеләр.

“Тәфтиш тикшереүе буйынса, ағымдағы йылдың сентябрь айынан әлеге ваҡытҡа тиклем "Төбәк төҙөлөш компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Дүртөйлө-Әчит участкаһында М-12 Ҡазан-Екатеринбург автомобиль юлы участкаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын тулыһынса түләмәгән”, - тип хәбәр ителә.

Тикшереү компания эшселәренә ниндәй күләмдә бурысы булыуын хәбәр итмәй.

Район тикшереү бүлеге етәксе предприятиеның эшсе коллективы менән осраша. Шулай уҡ “тиҙ арала булған бурысты ҡаплатыу” буйынса эштәр алып барыла, тип өҫтәнеләр Тәфтиш комитетында.

Проект заказсыһы булған «Автодор» дәүләт компанияһы хәбәр итеүенсә, "Төбәк төҙөлөш компанияһы" йәмғиәте тулы күләмдә аванс алған.

“Заказсы - дәүләт компанияһы яғынан “Рәсәй автомобиль юлдары” һәм “Автодор” генераль подрядсы йәмғиәте — "Төбәк төҙөлөш компанияһы"на ҡарата финанс йөкләмәләрен тулыһынса үтәгән. Заказсы һәм генераль подрядсы яғынан юғарыла телгә алынған килешеүҙәр буйынса йөкләмәләрҙе шартһыҙ үтәү өсөн тулы саралар күрелә, шул иҫәптән объектты тулы күләмдә аванслау башҡарыла. Килеп тыуған хәлгә ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта "Автодор" төҙөлөш компанияһы көсө менән объектты 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыу өсөн Башҡортостан участкаһында эштәр тулы күләмдә дауам итә", — тип хәбәр иттеләр компанияла.

9 декабрҙә, "Төбәк төҙөлөш компанияһы" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Президенты Владимир Путинға яҙҙырған видео мөрәжәғәтендә вахта ысулы менән эшләүселәргә түләүҙәр өс ай тотҡарланыуы хаҡында белдерә. Улар эш хаҡы иҫәпләүҙәрен асыҡлауҙы һәм хеҙмәт хаҡы буйынса түгел, ә ғәмәлдә эшләгән ваҡыт өсөн тикшереү үткәреүҙе һорай. Прокуратура эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу тураһында мәғлүмәтте тикшерә башланы, компания хеҙмәткәрҙәре менән Тәтешле районы прокуроры Фидан Янгуразов осрашты.

Башҡортостан Дәүләт Хеҙмәт Инспекцияһында РБК Өфө хәбәр итеүенсә, М-12 участкаһын төҙөүсе хеҙмәткәрҙәр эш биреүсе компания теркәлеү урыны буйынса Мәскәү ведомствоһына бер нисә мөрәжәғәт ебәргән.

РБК Өфө төҙөлөш компанияһына комментарийҙар һорап мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, 10 декабргә ҡарата октябрь—ноябрь һәм декабрҙең уҙған көндәре өсөн 106 хеҙмәткәрҙән эш хаҡы буйынса бурыстары тураһында мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән.

Rusprofile контрагенттарҙы тикшереү сервисы мәғлүмәттәре буйынса, «Төбәк төҙөлөш компанияһы» йәмғиәте 2014 йылдың июнендә Мәскәүҙә теркәлә. Уның хужалары - «Филин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Ольга Сакун. Ойошмаға Борис Сакун етәкселек итә. 2023 йылда компанияның килеме 46 миллиард һум тәшкил иткән, саф табышы 797 миллион һум. Мәскәү Арбитраж суды 2024 йылдың октябрендә «Битунов» төҙөлөш компанияһының банкротлығы тураһындағы дәғүәһен ҡабул итә, уға «Ростэс-Юг», «Дизайль-Трейд» һәм «Про Фактор» компаниялары ҡушыла.

Башҡортостанда яңы тиҙ йөрөшлө М-12 магистраленең 140 километр тәшкил иткән участкаһын 2025 йылдың йәйендә асырға планлаштыралар. Ул республиканың өс — Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәләре буйлап үтәсәк. Төҙөлөш компанияһы Башҡортостанда 40 километрлыҡ трасса участкаһын төҙөүҙә субподрядсы булып тора.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас