Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 05:04

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө

Хөрмәтле ҡала халҡы!Һеҙҙе иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бөгөн был байрам заманса Рәсәйҙе – уның көсө халыҡтың ойошҡанлығында һәм берҙәмлегендә булған ирекле илде сағылдыра.

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөБөгөн – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө

Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамына әүерелде. 

Хоҡуҡтарҙы гарантиялау һәм граждандарҙы социаль яҡлау – ғәмәлдәге Конституцияның төп билдәләре, улар демократия үҫешен, йәмғиәттә татыулыҡтың һәм тыныслыҡтың нығыныуын билдәләй.

Һеҙгә, хөрмәтле стәрлетамаҡтар, ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәге көнгә ышаныс һәм Ватаныбыҙ хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас