Шулай уҡ төрлө-төрлө материалдарҙан яһалма шыршылар ҙа эшләйбеҙ. Беҙгә был эштә ата-әсәләр ҙә ярҙамға килә. Тиҙҙән балаларҙың һәм ололарҙың да яратҡан байрамы – Яңы йыл етә. Был байрамды тантаналы үткәреү өсөн беҙ әҙерлек эштәрен башланыҡ та инде. Иртәлектәр үткәреү өсөн яһалма шыршыны магазиндан һатып алдыҡ. Уны биҙәү өсөн төрлө уйынсыҡтар, гирляндаларҙы ла үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләйбеҙ. Иң мөһиме, балаларға байрамға ҡунаҡҡа яһалма шыршы һатып алыу күпкә отошлораҡ тигән төшөнсәне аңлатабыҙ. Ата-әсәләр өсөн буклеттар эшләп таратабыҙ. Был буклеттарҙа “Урманды һаҡлайыҡ, шыршыны киҫмәйек” тигән өндәү һүҙҙәре урын алған.
Беҙҙең байрам түрендә һәр йыл һайын яһалма шыршы биҙәлә. Ләкин, күреүебеҙсә, ҡала урамдарында һатыуға бик күпләп тере шыршыны ла киҫеп килтерәләр. Быны күреү бик ҡыҙғаныс. Уларҙың күбеһе һатылмай ҡала. Күпме ағастың ғүмере өҙөлә.
Рәсәйҙә йөҙ ҡырҡ өс миллионға яҡын кеше йәшәй. Әгәр һәр кеше үҙенә байрам өсөн шыршы киҫә башлаһа, улар бөтәсәк. Шыршының энәһе генә ете йыл үҫә. Был бик оҙаҡ. Ул ғына ла түгел, шыршының буйға ла үҫәһе бар. Әйҙәгеҙ, шыршыларҙы һаҡлайыҡ. Ер йөҙөндәге барлыҡ тере йән эйәләре кеүек үк, улар ҙа йәшәй һәм йәшәргә теләй. Был беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең изге теләге.
Раушания ЛАТИПОВА,
Лена ҮРКЕНБАЕВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.