Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 05:43

Республика бюджеты иҫәбенә реабилитациялау хеҙмәттәре алырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары биләмәләрендә йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларына дәүләт (муниципаль) ойошмалары булмаған йәки юридик шәхестәр реестрына индерелгән шәхси эшҡыуарҙар тарафынан билдәләнгән тәртиптә, Реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеү тәртибенә ярашлы, бойомға ашырыла.

Республика бюджеты иҫәбенә реабилитациялау хеҙмәттәре алырға мөмкинРеспублика бюджеты иҫәбенә реабилитациялау хеҙмәттәре алырға мөмкин
Республика бюджеты иҫәбенә реабилитациялау хеҙмәттәре алырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары биләмәләрендә йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларына дәүләт (муниципаль) ойошмалары булмаған йәки юридик шәхестәр реестрына индерелгән шәхси эшҡыуарҙар тарафынан билдәләнгән тәртиптә, Реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеү тәртибенә ярашлы, бойомға ашырыла.

Бөгөнгө көндә Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тарафынан сертификаттар биреү һәм Реестр төҙөү буйынса эштәр башҡарыла. Реабилитация хеҙмәттәре алыусыға сертификат суммаһы - 52,5 мең һум тәшкил итә.

Коммерция булмаған ойошмаларға артабанда реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеү һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ошо маҡсатҡа субсидия алыу өсөн туранан-тура Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә 1 экземплярҙа ҡағыҙ битенә яҙылған документ, йәки почта аша, йәиһә электрон форматта Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге сайтында яҙылған Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас