Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 08:53

Шыршыны дөрөҫ биҙәйбеҙ

🎄 Яңы йыл шыршыһы янып китмәһен өсөн уны йылытыу приборҙары һәм асыҡ ут сығанағы янына ҡуймағыҙ. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты (https://t.me/goskomitet_rb_po_chs) белгестәре янғын хәүефһеҙлегенең башҡа ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрә.

Шыршыны дөрөҫ биҙәйбеҙШыршыны дөрөҫ биҙәйбеҙ
Шыршыны дөрөҫ биҙәйбеҙ

▫️ Шыршыны ишектән мөмкин тиклем алыҫыраҡ урынлаштырығыҙ һәм уны ныҡлы беркетегеҙ, юғиһә, көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, ул эвакуацияға ҡамасаулаясаҡ.

▫️ Шыршыны обой йәбештерелгән һәм ҡорған эленгән стенаға яҡын ҡуймағыҙ.

▫️ Шыршы ботаҡтары розеткаларҙан алыҫ булырға тейеш.

▫️ Шыршыны шәмдәр менән биҙәмәгеҙ һәм уға тиҙ тоҡанып китә торған биҙәүестәр, мәҫәлән, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре элмәгеҙ.

▫️ Биҙәү өсөн заводта етештерелгән электр гирляндалары ҡулланығыҙ.

▫️ Әгәр гирлянда сымдары йылынып осҡонланһа, ә лампочкалар тәбиғи булмаған рәүештә емелдәп торһа, уны кисекмәҫтән һүндерегеҙ.

▫️ Өйҙән сығып киткәндә йәки йоҡларға ятҡанда, гирляндаларҙы тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ.

▫️ Урамда биҙәү эштәрен башҡарғанда бина өсөн тәғәйенләнгән гирлянда һәм оҙайтыусы ҡоролмалар ҡулланмағыҙ.

📞 Янғын сыҡҡан осраҡта 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Аңлатабыҙ Башҡортостан

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас