Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 11:20

Алға, башҡорттар, алға, Башҡортостан!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығыш яһаны. 

Алға, башҡорттар, алға, Башҡортостан!Алға, башҡорттар, алға, Башҡортостан!
Алға, башҡорттар, алға, Башҡортостан!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ул үҙенең сығышында республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫеше һәм социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Башлыҡтың оҙон һәм йөкмәткеле телмәрен тулы итеп бирергә тырышабыҙ.

– Беҙ ҡоролтайға ябай булмаған, хатта тарих өсөн ҙур үҙгәрештәргә бай осорҙа йыйылдыҡ. Илебеҙ һәм һәр ҡайһыбыҙ ауыр һынауҙар аша үтә. Шул уҡ ваҡытта был иң яҡшы ваҡыт та, мөһим әйберҙәр тураһында уйланыр өсөн кәрәк. Көслөрәк, берҙәмерәк булыр, көсөбөҙҙө яҡшы ғәмәлдәргә ебәреү ваҡыты, – тине ул. – Элекке беҙҙең мөхиттәге тарҡаулыҡ, үҙ-ара дәғүәләр, башҡорт милләте үҫешенең төп бурыстарын аңлашмаусанлыҡ йыш булған йылдарҙан айырмалы рәүештә, был ҡоролтай беҙҙең берҙәмлектә, берләшеүҙә үтә. Нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Бөгөн ҡоролтай ныҡлы, ышаныслы, көслө. Милләтте берләштереүсе.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, биш йыл эсендә туған телде, мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе, йолаларҙы һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Быларҙың барыһы ла беҙҙә эске һәм тышҡы һынауҙарға ҡаршы тороуҙа иммунитет тыуҙырҙы. Ваҡыт үҙе беҙгә шундай шарттар ҡуйҙы. Башҡорттар йәнә, биш быуат дауамында булғанса, беҙҙең ышаныслы, Ватанға тоғро, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булған халыҡ булыуыбыҙҙы иҫбатлай.

Республика Башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәрен килтерҙе: “Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан алып башҡорттар шулай уҡ үҙ теләктәре менән үҙенә айырым миссия – берҙәм Ватандың тышҡы сиктәрен, сик буйы һағын яҡлауҙы алды. Шуға күрә бөгөн дә Донбасста, Херсонщинала, Запорожьела беҙҙең кешеләрҙе яҡлау буйынса махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл иткәндә республика үҙен шулай уҡ яуаплы тота”. Был һүҙҙәр Президенттың башҡорттарға Ватанды һаҡлаусылар булараҡ ҡарауы хаҡында һөйләй. Бөгөн беҙ лидерыбыҙ тирәләй берләштек, махсус хәрби операция бурыстарын хуплайбыҙ.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, бөгөн беҙҙең меңәрләгән егеттәр – башҡорттар, рустар, татарҙар, республиканың башҡа халыҡтары МХО биләмәһендә батырҙарса көрәшә. Ә иң мөһиме, Башҡортостан интеллигенцияһы – яҙыусылар, журналистар, рәссамдар, музыканттар, артистар, режиссерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар – шулай уҡ мөһим маҡсат – махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеүҙә тупланды.

– Шул арҡала яңы нәфис әҫәрҙәр, китаптар, картиналар, йырҙар донъя күрә. “Герой бейеүе” фильмы, “Төньяҡ амурҙары”, “Безбашенный” анимация фильмдары прокатҡа сыҡты. Беҙҙең ғәскәровсылар “Тормош хаҡына” тип аталған үҙенсәлекле бейеү ҡуйҙы. Башҡорттарҙың төп съезында ауыр йылды халҡы менән бергә үткәргән Башҡортостандың ижади интеллигенцияһына айырым рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Һеҙ беҙҙең батырлыҡ дәүеребеҙ йылъяҙмаһын төҙөйһөгөҙ, яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләйһегеҙ. Улар – яҙыусылар, Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, журналистар Вәдүт Исхаҡов, Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев, Ильяс Батыргәрәев, Артур Дәүләтбәков, артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Радик Юлъяҡшин, Заһир Зәйнетдин, Заһир Иҫәнсурин, “Дәрүишхан” төркөмө һәм башҡалар күп тапҡырҙар махсус хәрби операция биләмәһенә сыҡты. Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да һанап бөтөп булмай. Һәр береһенә ихлас рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров ҡоролтай алдына мөһим бурыс ҡуйҙы – МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Айырыса һәләк булған геройҙар ғаиләләренә ҙур иғтибар кәрәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам менән хәрби госпиталдәргә барҙы. Радий Хәбиров башҡа төбәктәрҙәге ҡоролтай бүлексәләренә лә рәхмәт әйтте. Дондағы Ростов, Новороссийск, Новочеркасск, Краснодар, Анапа, Санкт-Петербург, Севастополь, Симферополь, Пермь крайы, Мәскәү башҡорт йәмәғәтселәре шәхси инициативаһы менән хәрби госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам итә башланы.

Дондағы Ростов башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов – башҡорттар, тарихыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында бик күп китаптар авторы – яугирҙәрҙең туғандарын эҙләүҙә әүҙем ярҙам итә.

Башҡортостан Башлығы тарихи хәтер темаһына туҡталды. Уҙған ҡоролтайҙа генерал-майор Шайморатовҡа Совет майҙанында һәйкәл ҡуйырға хәл ителгәйне. Бөгөн был һәйкәл бар һәм күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Быйылғы ҡоролтайҙа ошо йоланы дауам итеп махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен хупланылар. Был эштә лә Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ярҙам итәсәк.

– Һуңғы йылдарҙа Башҡорт ҡоролтайы менән берлектә башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерҙек. Пермь ҡалаһында мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовҡа, Һамарҙа башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Ғәббәс Дәүләтшинға, Пермь крайында сәнәғәтсе һәм башҡорттарҙан Уложенный комиссияның беренсе депутаты Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәлдәр ҡуйылды, – тине ул.

Радий Фәрит улы милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә туҡталды һәм уны тиҙ арала матурлап төҙөкләндерергә кәрәк тине. Шулай уҡ Башлыҡ тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн музейҙарҙың мөһимлеге тураһында әйтте. Өфөлә киләһе йылда Тергеҙелгән исемдәр музейы асыласаҡ тине һәм делегаттарҙан унда кемдәрҙе күрһәтергә тәҡдим әҙерләргә ҡушты.

Радий Хәбиров башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә айырым туҡталды. Уның белдереүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 1268 000 башҡорт бар. 2010 йылда улар һаны – 1172 000 булған, үҫеш бар. Уҙған ҡоролтайҙа тел буйынса һорауҙар күп күтәрелгән ине. Заманса уҡытыу, әсбаптар булмаған, мәктәп программаһында башҡорт теле ҡыҫҡартылды, ҙур проекттар булманы, дәүләт учреждениеларында башҡорт теле файҙаланылманы тиерлек.

– Хәҙерге ҡатмарлы заманда инвестиция, сәнәғәт һәм төҙөлөш сәғәттәре менән бер рәттән милли телдәр сәғәттәрен дә үткәрҙем. Минең өсөн улар иң мөһиме тип әйтер инем. Сөнки башҡорт телен һаҡлау проблемаларын нисек хәл итеү аңлашылмай ине. Ә бит телһеҙ бер ни ҙә булмаясаҡ. Беҙ бергә йыйылып, ижади интеллигенцияның иң яҡшы вәкилдәре, билдәле методистар менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Гөлфирә Абдуллинаның был эштәге мөһим ролен билдәләп үтәм, ул - “Сәләм” һәм “Башҡорт теле буйынса үҙаллы уҡытыусы” мобиль ҡушымталары авторҙашы. Беҙ Искәндәр Сәйетбатталовҡа башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороуҙа ҡатнашҡан Ғиниәт Ҡунафинға рәхмәтлебеҙ, – тине ул.

Һөҙөмтәлә республикала бик ҙур эш башланды. Телгә ихтирам булдырылды. Һәм бөгөн хәл үҙгәрә башланы. Быйыл башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыуға балаларҙың 80 проценты һайлаған. Яңы методикалар, ҡушымталар барлыҡҡа килде. “Һомай” башҡорт аҡыллы колонкаһы булдырылды.

– Беҙ йыл һайын телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар бүләбеҙ. Быйыл 33 ойошма 50 миллион һум алды. Иң мөһиме 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар ойошторабыҙ. Улар беҙҙә һигеҙ, һәм беҙ уларҙың селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. Бөгөн донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙәр мең кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙа. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды линияһы буйынса әүҙем эш алып барыла. Етәксеһе Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, башҡорт телен үҫтереү буйынса бик күп мөһим проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән һанлы мөхиттә лә. Иртәгә республика Башҡорт теле көнөн билдәләй. Форсаттан файҙаланып, һәммәһен дә яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым! – тине Радий Фәрит улы.

Етәксе йыл һайын үткәрелгән Милли кейем көнөнә туҡталды. Милли стиль хәҙер эшлекле кейемдә лә бар. Был йүнәлеш артабан да ярҙам аласаҡ тине. Быйылдан 10 октябрҙә Ҡурай көнө билдәләнә, ул ҡурайсыларҙың дәүләт ансамблен булдырыуға мөһим аҙым булды.

– Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу символдарының береһе – башҡорт бейеүе. Бейеү теле барыһына ла аңлашыла. Беҙ милли хореография үҫешенә әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Билдәле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөнә – 21 октябргә арнап, Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Тейешле документҡа ҡул ҡуйырмын, – тине Радий Фәрит улы.

Уның был тәҡдимен зал хуплап “ура” ҡысҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында мөһим сәйәси ваҡиғаларға ла туҡталды. Һуңғы биш йылда алдаҡ һәм ялыуҙар аша үтергә тура килгәнен әйтте. Ҡайһы бер кешеләр милли сәйәсәт мәсьәләһенә ҡыҫылырға тырышты, күрәләтә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратты. Хатта "Башҡортостан башҡорттар өсөн генә" тигән башҡа һыймаҫ һүҙҙәр һөйләнеләр, экологик проблема хәл итәбеҙ тип Баймаҡ районында ғауға күтәреп маташтылар. Тик, Радий Фәрит улы әйтеүенсә, милләттәр үҫешкән саҡта беҙгә былар аша үтергә кәрәк булғандыр. Был беҙгә нимә мөһим икәнлеген аңларға ярҙам итә.

– Шул уҡ ваҡытта мин республиканы үҫтереү, уны төп дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе милләт ярҙамынан тыш алға ебәреү мөмкин түгеллеген аныҡ белдем. Бындай ярҙам булмаһа, хатта быға тотонорға ла кәрәкмәне. Ә бөгөн мин үҙемдә шундай ярҙам барлығына ныҡлы ышанам. Бының өсөн мин бөгөн үҙемдең ҡәҙерле башҡорттарыма рәхмәт әйтәм. Әлеге ауыр заманда миңә терәк булғанығыҙ өсөн оло рәхмәт. Яҙыусылар, ғалимдар, ижади кешеләр ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Лариса Абдуллина, Зөһрә Бураҡаева утты үҙенә алды, кешеләргә дөрөҫлөктө аңлатыр өсөн урындарға сыҡты. Бының өсөн көслө мәғлүмәти һөжүмгә тотолдоҡ, – тине ул. – Иҫләйһегеҙме, МХО башланған саҡта шул саҡтағы Украинаның оборона министры башҡорттарға, башҡорттар нимәгә һуғыша, тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Шул саҡта уйландым, ни өсөн улар иғтибарын тап беҙгә йүнәлтелә? Һәм иң мөһимен аңланым: улар беҙҙән ҡурҡа, сөнки беҙ – яугирҙәр нәҫеле, үҙ Ватанының тоғро улдары. Беҙҙе яу яланында һындырып ташламаҫтар. Беҙҙең халыҡта һатлыҡ йән юҡ. Беҙ Рәсәйҙе биш быуат буйына яҡланыҡ һәм яҡлайбыҙ.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, киләсәгебеҙ өсөн беҙҙә барыһы ла бар – тел, мәҙәниәт,иң мөһиме – кешеләр. Әлеге ваҡытта заманға яраҡлаша белгән милләттәр үҫешә. Улар милли берҙәйлеген һаҡлай.

– Бында мин үрҙә әйткән эш – телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, һәйкәлдәрҙе, музейҙарҙы, милли байрамдарҙы, спорт төрҙәрен һаҡлау бик мөһим. Әммә шул уҡ ваҡытта милләттең ата-бабаларыбыҙҙың иң яҡшы мираҫын һаҡлап, заманса булыуы мөһим. Йәштәребеҙ иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, эшләһен, балаларын үҫтерһен. Йәштәр менән эшләргә кәрәк. Һәм Хөкүмәткә был эште бер нисә тапҡыр әүҙемләштерергә ҡушам. Алда Башҡортостанды һәм бөйөк Рәсәйҙе үҫтереү буйынса пландар ҙур. Был эштә ҡоролтай әүҙем булһын, – тип тамамланы ул һүҙен.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2024-12-13/al-a-bash-orttar-al-a-bash-ortostan-4051586

 

Автор:
Читайте нас