"Махсус хәрби операция башланған мәлдә башҡорттарға ул саҡта Украинаның оборона министры булған Резник "Башҡорттар нимә өсөн һуғыша" тигән хат менән мөрәжәғәт итте. Шул саҡта мин ни өсөн улар нәҡ беҙгә шундай иғтибар бүлә икән, тип уйландым. Һәм иң мөһимен аңланым - улар беҙҙән ҡурҡа, сөнки беҙ - яугир халыҡ, Ватаныбыҙҙың тоғро подданныйҙары. Беҙҙе яу ҡырында еңеп булмай. Беҙҙең халыҡта һатлыҡйәндәр юҡ. Беҙ биш быуат дауамында Рәсәйҙе һаҡланыҡ һәм һаҡлауҙы дауам итәбеҙ. Улар тик беҙҙе эстән тарҡатып маташа ғына ала. Әммә бер нәмәләре лә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки уларҙы аҫтыртынлыҡ һәм ҡурҡыу йөрөтә. Ә беҙҙе - Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының киләсәге", - тине республика етәксеһе.
Шулай була күрһен, бер уйлы, бер маҡсатлы, бер һүҙле булайыҡ һәм Ҡоролтай һөҙөмтәле үтһен!