Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 05:30

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә

Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөләБашҡортостанда көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә
Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм буран сығыуы фаразлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, 13 декабрҙә республикала төндә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Ҡар яуғанда һәм буран ваҡытында автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас