Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 09:12

МХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнө

17 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 35) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнө уҙғарыла.

МХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнөМХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнө
МХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнө

17 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 35) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм консультациялар көнө уҙғарыла.

17:00 сәғәттән мәҙәниәт һарайының 2-се ҡатында күргәҙмә эшләйәсәк, шулай уҡ шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү үткәрелә. Теләгән һәр кем медицина, кредит-финанс ойошмалары, пенсия фонды, хәрби комиссариат, суд приставтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары, “Ватан һаҡсыһы” фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә ала.

18:00 сәғәттән Ҡала мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында дөйөм йыйылыш башлана, унда ла үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирергә мөмкин.

Матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас