Бөгөн күтәрелгән проблемалар, үҙенсәлеклегенә, телгә, мәҙәниәткә, шулай уҡ, дөйөм алғанда Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән милләттең берҙәмлеге һәм бар халыҡтың да дуҫлығына ҡағыла.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Съезда сығыш яһап, беҙҙең үҙенсәлекле, биш йөҙ йыллыҡ халыҡтар дуҫлығы тарихы, бөйөк держава составында башҡа милләттәр менән татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәү традициялары булыуын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы 21 октябрҙә – билдәле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөндә - "Милли бейеү көнө" билдәләнеүе тураһында иғлан итте.