⭐️ Хыялға бирелеүселәрҙең ғаризаһы 2024 йылдың 20 декабренә тиклем ҡабул ителә. Бүләккә өмөт итеүселәр 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге:
- һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәки ғәрип;
- һаулыҡ торошо ғүмеренә ҡурҡыныс менән янаған;
- етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм;
- килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләрҙәге;
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәки ҡатнашҡан һәм (йәки) мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрендәге;
- Белгород, Курск һәм Брянск өлкәләрендә даими йәшәгән, утҡа тотоу арҡаһында зыян күргән һәм/йәки йәшәү урынын ташлап китергә мәжбүр булған ғаиләләрҙәге
- ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендәге балалар булырға мөмкин.
🎁 Бүләк:
- матди булырға мөмкин. Быға шөғөл өсөн тауарҙар, музыка ҡоралдары, спорт инвентары һәм экипировкаһы, баланы үҫтереү өсөн уйынсыҡтар, китаптар инә.
- матди булмаҫҡа мөмкин. Быға сәфәрҙәр, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, ниндәй ҙә булһа һөнәр кешеһе ролендә булыу хыялын, ниндәйҙер маҡсатты (мәҫәлән, театрҙың сәхнә тормошон байҡау хыялы) тормошҡа ашырыу инә.
- сюрприз. Хыял итеүсе аныҡ ҡына теләген белдермәй. Башҡарыусы бүләкте уның нимәгә өҫтөнлөк биреүенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм шөғөлөнә ҡарап һайлай.
Бүләккә нимә һорарға ярамағанын, заявканы нисек тултырыу һәм ниндәй документтар кәрәклеген акцияның рәсми төркөмөндә (https://vk.com/elka_zhelaniy) һәм сайтында (vk.cc/csT3ta) ҡарағыҙ.
🎉 Әгәр хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы булырға теләһәгеҙ, күрһәтмәне (vk.cc/csGMZR) өйрәнегеҙ һәм теләктәрҙе һайлап алығыҙ.
Акцияны «Беренселәр хәрәкәте» һәм «Росмолодежь. Изгелек» берләшмәһе ойоштора. Акция 2018 йылдан алып яңы йыл байрамдары алдынан үткәрелә.