Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов:
Йыр һымаҡ моңло, тәрән мәғәнәле, бай, үҙенсәлекле, матур һәм сағыу. Башҡорт теле тураһында һүҙ барғанда, тап шулай тиҙәр. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө билдәләнә.
Был башҡорттар өсөн туған тел һәм республикала йәшәгән барса халыҡ өсөн дә икенсе дәүләт теле булып тора. Ул ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың төплө белемен, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән үҙенсәлекле байлыҡ булып тора.
Һеҙҙе, хөрмәтле стәрлетамаҡтар, ошо байрам менән ҡотлайым, ул беҙҙе башҡорт халҡының мәҙәниәтенә йүнәлтә, уның үҙенсәлеген билдәләй һәм халыҡты берләштереүгә хеҙмәт итә.