Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 16 декабрҙә республиканың айырым райондарында - буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана.
Шишәмбе, 17 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы, республиканың көньяғы буйынса көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,-9, көндөҙ -1,-6 градус.