Мунсаға сират көтөп ултырыусыларҙың кемеһелер көләмәс һөйләй, йә түрәләрҙең тетмәһен тетә. Ҡапыл ошо тауышты күмеп:
– Һаумыһығыҙ! Исәнмесез! Здравствуйте! – тип радио һөйләгәндәй булды. Йыуантыҡ кәүҙәле, тәбәнәк буйлы ир, һикереп үк торҙо ла:
– Кем туҡтатты радионы!? – тине. Ирҙәр бер-береһенә ҡарашып:
– Ниндәй радио?
– Ниндәй радио имеш! Әле генә һөйләй башлаған Стәрлетамаҡ радиоһы, местное радио, йәғни мәҫәлән! Ысынлап та, тауыш яҡында ғына ишетелде, бер ҡайҙа радио күренмәй. Халыҡ аптырашып ултырғанда бик тә таныш тауыш тағы ла яңғыраны:
– Кем артынан сират алырға була?
Тауыш килгән яҡҡа ҡараһалар, тас, миндеген тотоп, “тере” радио булып, диктор үҙе баҫып тора ине...
...Бар ине ҡала урамында башҡорт-татар теленең әҫәре лә ишетелмәгән саҡтар. Танһыҡ тауыш булып аҙнаһына бер генә барған Стәрлетамаҡ радиоһынан башҡорт телендә тапшырыуҙы Кәбир ағай Аҡбашев алып бара ине. Тәүге йырҙар, шиғырҙарым ошо радио аша ишетелеүенә шатмын. Ғөмүмән, Эстәрле радиоһы тәү башлап ижад итеүселәрҙең алтын һуҡмағы ине ул саҡта.
Ул ваҡытта ла башҡортом тип янып йөрөгән патриоттар күп булды. Урындағы шағир, ком-позиторҙарҙың әҫәрен сәхнәлә яҡтыртыусы Флүрә Хөсәйенова тарафынан төҙөлгән йыр ансам-бле, йәштәрҙе үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә ылыҡтырыусы Вәсилә Хәлиҡова, “Башҡорт ҡунаҡханаһы” кисәләрен ойоштороусылар Рәмил Ғимрани һәм “Юлдар” төркөмө йәштәре, Стәрлетамаҡ яҙыусылары һәм башҡалар... Уларҙың күптәре – күңелебеҙҙә ихтирам һаҡлаған, ҡалабыҙ әүҙемдәре... Эх, йәш саҡтар, “Стәрле радиолы” саҡтар, ҡайҙа ҡалдығыҙ, һеҙ?!
Асия БАСИРОВА.
Фото “Ашҡаҙар” гәзите архивынан.