Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ фекерен белдерҙе:
– Минеңсә, республика халҡы һорауҙарына аныҡ һәм тура яуаптар булды. Радий Фәрит улы Хәбировтың “Тура бәйләнеш”е һәр саҡ ошондай асыҡ форматта үтә, унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә, хәбәрселәр ҙә һорауҙар бирә ала.
Тура бәйләнештә, шулай уҡ, юл төҙөлөшө, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, мәктәп туҡланыуына ҡағылышлы һорауҙар иғтибар үҙәгендә ҡала. Быларҙың барыһы ла муниципалитеттарҙың үҫешен билдәләй һәм кешеләр өсөн ошо мәсьәләләр ысынлап та бик мөһим.
Киров паркындағы төҙөкләндереү эштәре барышын тикшереп, бында фонтан тулыһынса алмаштырыласаҡ, шулай уҡ йәйәүлеләр юлдары, балалар майҙансығы һәм башҡа объекттар яңыртыласаҡ, тип әйтә алам.
Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы алып барыла. Сәғәт (Часовня) монтажланған.
Республика Башлығы менән халыҡ араһында диалог, һәр килгән һорауға иғтибарлылығы – кире бәйләнеш кенә түгел, ә ике яҡлап та ышаныс күрәһәтеү билдәһе ул.