Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Декабрь 2024, 12:02

Стәрлетамаҡта МХО-ла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыла

Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн медицина, белем алыу һәм кредит-финанс мәсьәләләре буйынса Берҙәм консультациялар көнө уҙҙы. Хәрби хеҙмәткәрҙәр хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә, суд приставтарына һәм башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә булды.

Стәрлетамаҡта МХО-ла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйылаСтәрлетамаҡта МХО-ла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыла
Стәрлетамаҡта МХО-ла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыла

Стәрлетамаҡ мэры Эмиль Шәймәрҙәнов һүҙҙәренсә, ҡала урамдарының береһенә яугирҙәргә ярҙам иткән ирекмәндәр хөрмәтенә исем бирергә йыйыналар. Бынан тыш, яугирҙәргә һәйкәл ҡуйыла һәм тематик музей асыла.

«Махсус-хәрби башланғандан алып 13 гуманитар йөк әҙерләп ебәрелгән, ошо көндәрҙә тағы бер ылау юлға сыға. Яҡташтарыбыҙ көн һайын маскировка селтәрҙәре үрә, яугирҙәр өсөн кейемдәр тегә, ә уҡыусылар һалдаттарға йылы хаттар яҙа. Хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн ҡалала МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшләй. Бында юридик, психологик һәм консультация ярҙамын алырға мөмкин», — тип билдәләне муниципалитет етәксеһе.

Автор:
Читайте нас