Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Декабрь 2024, 05:08

Хаталарҙы төҙәтеү өсөн чат-бот эшләй

Ҡалабыҙҙа ла “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшләй.

Хаталарҙы төҙәтеү өсөн чат-бот эшләйХаталарҙы төҙәтеү өсөн чат-бот эшләй
Хаталарҙы төҙәтеү өсөн чат-бот эшләй

Башҡортостан Республикаһы Президентының 1999 йылдың 4 майындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы УП-243 һанлы Указын бойомға ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын бойомға ашарыу комиссияһы эшләй.

Ҡалабыҙҙа ла “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшләй.

Әлеге комиссияға Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Шәймәрҙәнов Эмиль Владиславович етәкселек итә.

Комиссия секретары: “Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса мәғариф бүлеге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Ишбаев Й.Й.

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы, һорауҙарығыҙҙы һәм мөрәжәғәттәрегеҙҙе ошо чат-ботҡа ебәрә алаһығыҙ. Ул Telegram мессенджерында https://t.me/bashnamebot һылтанмаһы буйынса эшләй.

Бынан тыш, ошо чат-бот аша туҡталыш пункттарында, реклама плакаттарында, юл билдәләрендә киткән хаталар тураһында ла чат-ботҡа (https://t.me/bashnamebot) хәбәр итергә мөмкин. Бының өсөн теүәл адресты күрһәтеп, фотоһүрәт ебәрергә кәрәк. Комментарий “Инцидент менеджмент” мәғлүмәт системаһында автомат рәүештә теркәләсәк, белгестәр был дәғүәне теге йәки был структураға юллай. “ГОРОД БЕЗ ОШИБОК. БАШКОРТОСТАН” – “һанлы ярҙамсы” тип исемләнгән чат-бот русса ла, башҡортса ла “аңлай”.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас