«Мин бөгөнгө осрашыуҙан, һөйләшеүҙән файҙаланып, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары етәкселәренә мөрәжәғәт итәм, эш көнө шунан башланырға һәм шуның менән тамамланырға тейеш, сөнки был донъяның күп кенә илдәре, шул иҫәптән Рәсәй өсөн дә саҡырыу булып тора. Халыҡ — ул илдең бер өлөшө. Бер территория – яҡшы, әммә унда ошо илдең граждандары йәшәргә тейеш», — тине Владимир Путин.
Президент әлеге ваҡытта Рәсәйҙә тыуым коэффициентының 1,4% тәшкил итеүен билдәләне.
«Был ғына аҙ, әммә Европаның башҡа илдәрендә тағы ла аҙыраҡ. Тыуым коэффициентын кәмендә 2,1% тиклем арттырырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30% кәмеүен тыуым күрһәткесенең түбәнәйеүе сәбәптәренең береһе булыуын әйтте. «Беҙгә ҡыҙҙар кәрәк», — тине ул.
Президент балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн 10 миллиондан ашыу балаға һәм 300 меңгә яҡын ауырлы ҡатын-ҡыҙға төрлө пособие түләнә. Шул иҫәптән беренсе һәм икенсе бала тыуғанда әсәлек капиталы, президент быны «уникаль уйлап табыу» тип атаны.
«Шулай уҡ 6% менән ғаилә ипотекаһы һаҡлана. Ә өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 450 мең һум бирелә», — тип өҫтәне Владимир Путин.
Президент балалы ғаиләләргә физик берәмектәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) ҡайтанан иҫәпләргә һәм ғаилә түләгән һалымдың 7% кире ҡайтарырға тәҡдим итте.
Бынан тыш, тыуым коэффициенты 1,41% булған төбәктәр өсөн алдағы бер нисә йылға 75 миллиард һум финанслау менән махсус программа булдырыла, тип белдерҙе ул.
Башинформ.