Былтырғы менән сағыштырғанда "Алға" бер урынға күтәрелде. Илдең кластерҙар, технопарктар һәм иҡтисади зоналар ассоциацияһы иҡтисади зоналарҙы ете блокта 33 күрһәткес буйынса баһалай: эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар, төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге, инфраструктура менән тәьмин ителеш, ер ресурстары һәм капиталь төҙөлөш объекттары, резиденттарҙың инвестициялылығы, глобаль иҡтисади саҡырыуҙар һәм иҡтисади зоналар интернет-сайтының мәғлүмәти асыҡлығы.
2020 йылдан алып 65 миллиард һумға яҡын инвестициялар менән 23 компания «Алға» зонаһы резиденты булды. Яңы предприятиеларҙа өс меңдән ашыу кеше эш аласаҡ. Бөгөн иҡтисади зоналар майҙансыҡтары 80 процентҡа файҙаланыла. Шул уҡ ваҡытта территорияны Өфө районында ер иҫәбенә 106 гектарға арттырыу планлаштырыла – был осраҡта иҡтисади зонаның майҙаны 869 гектар тәшкил итәсәк.