Унда яңғыраған төп белдереүҙәр:
▪️ Рәсәй армияһының хәрби әҙерлеге донъяла иң юғарыһы.
▪️ "Орешник"ты хәҙерге көнбайыш системалары еңә алмай.
▪️ Яугирҙар билдәләнгән түләүҙәрҙе контакт линияһы буйынса аласаҡ, хатта бурыслы булһа ла.
▪️ Рәсәй Федерацияһы ВСУ-ны Курск өлкәһенән ҡыуып сығарасаҡ - шик юҡ.
▪️ Рәсәй бөтә тарихи биләмәләрен тергеҙәсәк.
▪️ Рәсәй Украина менән Истанбул килешеүҙәре нигеҙендә һөйләшеүҙәргә әҙер.
▪️ Рәсәйҙә миграция мәсьәләһе бик киҫкен тора, Эске эштәр министрлығы сиктәрендә миграция өлкәһендәге эштәр менән шөғөлләнерлек айырым үҙәк булдырырға кәрәк.
▪️Ике йыл эсендә Рәсәй иҡтисадының үҫеше 8% самаһы булды, эш хаҡы 9% -ҡа артты. Инфляция – борсоулы сигнал, әммә дөйөм алғанда хәл тотороҡло һәм өмөтлө.
▪️ Ғаилә ипотекаһы буйынса дәүләт сикләүе булырға тейеш түгел.
▪️Курск өлкәһендә торлаҡ тергеҙеү өсөн сертификаттар биреләсәк.
▪️ Путин Рәсәйҙе яҡлап ҡала алдым, тип иҫәпләй: “һаҡлап ҡалыу ғына түгел, беҙ упҡын ситенән киттек”.