Башҡортостанда «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Алмаз Шөгөров билдәләүенсә, сара “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Билдәле булыуынса, Республика Башлығы Радий Хәбиров рөхсәте менән фестиваль йыл һайын Баймаҡ районында уҙғарыла.
Бөгөн Баймаҡ районы халҡы ғына түгел, яҡын-тирәләге райондар ҙа башҡорт тоҡомло аттарҙы: йылҡы малы, айғырҙарҙы, аттарҙы, спорт һәм эш аттарын күргәҙмәгә һәм һатыуға алып килде. Ә һатып алыусылар илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан килгән.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостанда Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Ирәндек», “Ат баҙары” тәүге тапҡыр үткәрелә, әммә киләсәктә был йолаға әйләнәсәк.