Һәр кемдең иң яратҡан һәм мөғжизәле байрамы—Яңы йыл яҡынлаша. Стәрлетамаҡта 2025 йылға әҙерлек бара. Мәҙәниәт һарайы алдындағы киске майҙанда шыршы асылды, халыҡ күп булды, боҙ ҡаласыҡтары, әкиәти һындар, шыршылар төрлө төҫтәр менән балҡый. Яҡты ут менән ялтырап торған аттракциондар, эҫе эсемлектәр, икмәк бешереү, татлы мамыҡ менән аҙыҡ маркеты эшләне. Ҡала мәҙәниәт йорто артистары һәм ижади коллективтар килгән халыҡтың күңелен асты. Улар йырҙар, бейеүҙәр, театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡала халҡын стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов яңы йыл менән ҡотланы.
Был сағыу ваҡиға йөҙләгән баланы һәм өлкәндәрҙе берләштерә. Локациялар ҡыҙыҡлы ваҡыт үткәреү һәм яңы йыл алды кәйефен булдырыу өсөн етерлек. Яңы йыл-ғаилә байрамы, һәм асылышта күп ғаиләләр булды. Стәрлетамаҡта Йәшәүселәрҙең һәр береһендә байрам тойғоһо булһын өсөн ҡалала яңы йыл алды әкиәт атмосфераһын булдырырға тырыштыҡ.
Партнерҙарыбыҙға - Башҡортостан сода компанияһына һәм Росхимға рәхмәт, улар беҙгә ошондай байрам атмосфераһын булдырыуҙа ярҙам итте. Бөтә ҡалалар ҙа килеүселәр өсөн асыҡ. Тауҙан йөрөргә, инсталляциялар һәм ҡаласыҡтың төп биҙәге - Яңы йыл шыршыһы янында фотоға төшәргә мөмкин. Рәхим итегеҙ!