Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
23 Декабря 2024, 10:41

Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим

🧯 Башҡортостанда янғынға ҡаршы реж#Аңлатабыҙ_Башҡортостаним индерелә. Ул 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бойороҡто республика Хөкүмәте раҫланы.

Башҡортостанда янғынға ҡаршы режимБашҡортостанда янғынға ҡаршы режим
Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим

🧯 Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелә. Ул 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Бойороҡто республика Хөкүмәте раҫланы.

❌ Бойороҡ ғәмәлдә булған ваҡытта:

- махсус йыһазландырылған урындарҙан тыш, шул иҫәптән аш-һыу әҙерләү өсөн асыҡ ут тоҡандырыу;

- махсус урынлаштырылған майҙансыҡтарҙан ситтә пиротехника тоҡандырыу;

- янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған майҙансыҡтарҙа мәҙәни саралар үткәреү;

- өҙлөкһөҙ технологик процесҡа бәйле булмаған, утҡа ҡағылышлы һәм янғын хәүефе тыуҙырған башҡа төрлө эштәр башҡарыу тыйыла.

💸 Ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн штрафтар ҡаралған:

– граждандар өсөн – 10-20 мең һум;
- вазифалы кешеләр өсөн – 30-60 мең һум;
- шәхси эшҡыуарҙар өсөн – 60-80 мең һум;
– юридик шәхестәр өсөн – 400-800 мең һум.

📞 Ҡағиҙә боҙоусылар тураһында 112 һандары буйынса ашығыс хеҙмәттәр телефоны аша хәбәр итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас