Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауалана һәм реабилитация үтә. Дмитрий Медведев МХО-ла ҡатнашыусыларға өс «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ике 2-се дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы һәм Жуков миҙалы тапшырҙы. Яугирҙәр менән аралашҡан саҡта уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уңышлы реабилитация үтеүҙәрен теләне.
«Тыуған илдең саҡырыуын ҡабул итеп, яуҙа үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине Дмитрий Медведев.
Именлек советы рәйесе урынбаҫары госпиталдең эше менән дә танышты, уға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға күрһәтелгән махсус медицина ярҙамының төрҙәрен ҡараны.