Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 10:59

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә?

Һыуыҡ көндә урамда оҙаҡ йөрөһәң, өшөргә мөмкин. Ә ныҡ түбән температурала туңырға ла була. Зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә?

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә?Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә?
Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә?

Һыуыҡ көндә урамда оҙаҡ йөрөһәң, өшөргә мөмкин. Ә ныҡ түбән температурала туңырға ла була.

Зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә?

- Уның һалҡын кейемңен сисегеҙ һәм дымлы йылы бүлмәгә алып керегеҙ

- Зыян күреүсегә ҡоро әйбер кейҙерегеҙ йәки одеялға төрөгөҙ

- Туңған тән өлөшөн таҙа ҡулығыҙ менән һаҡ ҡына ышҡығыҙ

- Кешене яйлап – кәүҙә, муйын, ҡултыҡ аҫты тирәләрен йылытығыҙ

- Әгәр зыян күреүсе аңында булһа, уға әҙләп йылы эсемлек эсерегеҙ

- Аңын юғалтһа, "Ашығыс ярҙам" саҡыртығыҙ. Унан һуң зыян күреүсене сисендерегеҙ һәм одеялға төрөгөҙ, уның тын алышын һәм йөрәк тибешен контролдә тотоғоҙ

❗️ Кеше өшөгән ваҡытта һәм туңғанда тәүге стадияла ғына үҙегеҙ ярҙам итергә мөмкин. Икенсе стадияла, йәғни тирелә ҡанлы ҡыуыҡтар барлыҡҡа килгәндә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк

 

❌ Нимә эшләргә ярамай?

- Туңған урындарҙы ҡар менән ышҡырға ярамай – капиллярҙарҙы зарарларға һәм тирелә бәләкәй яралар барлыҡҡа килеүе мөмкин

- Аяҡ-ҡулды эҫе һыуҙа йәки ут янында тиҙ арала йылытырға ярамай – был осраҡта тромбтар барлыҡҡа килә, туҡымаларҙың тарҡалыу процесы көсәйә

- Майҙар һәм кремдар ҡулланыу тыйыла

- Алкоголь эсергә ярамай, сөнки тәүҙә ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, әммә ваҡыт үтеү менән улар ҡабаттан ҡыҫыла. Өҫтәүенә, спиртлы эсемлектәр йылытмай.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас