Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһына Бөйөк Устюгтан күптән көтөлгән Ҡыш Бабай әкиәттәгеләй поезы килде. Был ҙур сәйәхәтте «РЖД» әҙерләне. Ҡасандыр беҙ бындай мөғжизә тураһында хыяллана ғына инек.
Ҡыш Бабай бөтәһен дә перронда сәләмләне, ә һуңынан үҙенең резиденцияһына саҡырҙы. Барлыҡ килгән ҡунаҡтарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Әлбиттә, ҡалабыҙҙың республикала беренсе булып килеүе айырыуса ҡыуаныслы.
Кис Ҡыш Бабайҙың поезын Салауат халҡы ҡаршы алды, ә бөгөн Өфөлә.