Бортта 67 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иҫән ҡалғандар ҙа бар, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Фажиғә урынында Ҡаҙағстан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 52 кеше һәм 11 берәмек техника эшләй.
Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Аҡтауҙа самолеттың ҡолауына ҡоштар тубы менән бәрелешеү сәбәпсе булған.