Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Декабрь 2024, 12:51

Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов тармаҡтың 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре, уңыштары, яңы 2025 йылға билдәләнгән бурыстар һәм маҡсаттар тураһында һөйләне.

Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлайБашҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай
Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай

- 2024 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф системаһында уҡыу һәм тәрбиә эшмәкәрлеген, балаларҙың спорт ялын үҫтереүгә, өҫтәмә урындар индереүгә, хәүефһеҙ шарттар булдырыуға йүнәлтелгән бихисап саралар үткәрелде, - тине ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович.

Шулай уҡ ағымдағы йылдың авгусында 7-се мәктәп эргәһендә спорт зал төҙөлөшө тамамланды, ә 1 сентябргә реконструкциянан һуң мәктәпкәсә төркөмдәр урынлаштырып, “1-се гимназия”ның 2-се корпусы асылды (элекке “Березка” профилакторийы).

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһы тураһындағы хәстәрлеге ҙур хөрмәткә лайыҡ. «Мәктәпкәсә мәғариф системаларын модернизациялау» федераль программаһы эшләй башлағандан алып (2022 йылдан), Стәрлетамаҡ ҡалаһында 19, 29, 30-сы мәктәп биналары капиталь ремонтланды, бөгөнгө көнгә ҡарата 2024-2025 йылдарҙағы ике йыллыҡ цикл буйынса капиталь ремонт 1, 2, 16, 17-се мәктәптәрҙә һәм 1-се лицейҙа (1 корпус) алып барыла, - тип билдәләне Эмиль Шәймәрҙәнов һәм, тәү сиратта, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға туҡталып.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас