Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Декабрь 2024, 07:24

Республикала янғынға ҡаршы режим индерелә

Башҡортостанда 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.

Республикала янғынға ҡаршы режим индереләРеспубликала янғынға ҡаршы режим индерелә
Республикала янғынға ҡаршы режим индерелә

Был осорҙа 1-3 класлы хәүефле пиротехник изделиеларҙы фейерверк ебәреү өсөн йыһазландырылған махсус майҙансыҡтарҙан ситтә ҡулланыу тыйыла.

Пиротехника нимәһе менән хәүефле:

- тәндең яныуы – киң таралған йәрәхәттәрҙең береһе;

- шартлауҙар – пиротехканың шатлауы ихтимал;

- ярсыҡтары йәрәхәтләргә мөмкин;

- ҡайһы бер пиротехник изделиелар составында токсик матдәләр булыуы ихтимал;

- пиротехника менән һаҡһыҙ эш иткән осраҡта өйҙә янғын сығыуы мөмкин;

- көслө тауыштар ҡурҡыта һәм травманан һуң стресс ҡаҡшауына килтерә;

- төрлө сир менән ауырыусыларҙың симптомдары көсәйеүе ихтимал.

Ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн штрафтар ҡаралған: граждандар өсөн – 10-20 мең һум, вазифалы шәхестәр – 30-60 мең һум; шәхси эшҡыуарҙар – 60-80 мең һум, юридик шәхестәр өсөн – 400-800 мең һум.

Ҡағиҙә боҙоусылар тураһында 112 һандары буйынса ашығыс хеҙмәттәр телефоны аша хәбәр итергә мөмкин.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас