Башҡортостандан 11 проект еңеү яуланы, шул иҫәптән “Еңеүгә 100 аҙым” патриотик марафоны менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының китапхана системаһы проекты ла бар.
Ҡаланың Үҙәкләштерелгән китапханаһында хәбәр итеүҙәренсә, проект Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙы күҙ уңында тота. Проект әүҙем гражданлыҡ һәм илһөйәрлек позицияһын булдырыу, шулай уҡ Стәрлетамаҡтың Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм дауамлылыҡ темаһын популярлаштырыу маҡсатында үткәреләсәк.
Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, грант суммаһы 512 034 һум тәшкил итә. Проектты бойомға ашырыу өсөн барлығы 745 279 һум талап ителәсәк.