Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Декабрь 2024, 07:33

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы өс спорт төбәге иҫәбенә инде

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов йыл йомғаҡтарын яһаны. 2024 йылғы Милли спорт премияһы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан - Рәсәйҙең иң яҡшы өс спорт төбәге иҫәбенә, ә Семен Елистратов илдең иң яҡшы өс спортсыһы иҫәбенә инде. Рәсәйҙең спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәге тип Башҡортостандың танылыуы – барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуаныс!

Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы өс спорт төбәге иҫәбенә индеБашҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы өс спорт төбәге иҫәбенә инде
Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы өс спорт төбәге иҫәбенә инде

Ошо шатлыҡлы яңылыҡ менән бүлешеп, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов 2024 йылға байҡау яһағанда, быйылғы йылдың Башҡортостандың спорт тормошо өсөн бик уңышлы булыуын, Милли спорт премияһының физик культура һәм спорт өлкәһендә иң абруйлы награда булыуын билдәләне:  

- Спортсыларҙың, тренерҙарҙың һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙең профессиональ эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән Милли спорт премияһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылған. Был премияла төбәктә үткәрелгән ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәрҙең һаны, финанслау күләме баһалана. Шулай уҡ спорт сараларын пропагандалауҙың һөҙөмтәлелеге лә ҙур роль уйнай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ҙур спорт ярыштары халыҡты, бигерәк тә балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә, спорт инфраструктураһын даими үҫтереүгә лә этәргес көс, тип иҫәпләй: “Ҙур спорт сараларын уҙғарыу - беҙҙең дәүләт бурысы. Беҙ ҡушылғанды ғына үтәмәй, йыш ҡына инициативаны үҙебеҙ күрһәтәбеҙ”. Был ҡоро һүҙҙәр түгел: Башҡортостандың баш ҡалаһында илдең иң абруйлы "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумын үткәреү ҙур уңышҡа килтерҙе, ул тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм халыҡ-ара аренала Рәсәй спортының потенциалын күрһәтеү өсөн майҙансыҡ булды.

- Беҙ Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәр буйынса эксперименталь майҙансығы, республика халҡы өсөн, спорт менән шөғөлләнергә теләгән балаларыбыҙ өсөн кәрәкле проекттар эшләйбеҙ. Президент бик аныҡ маҡсат ҡуйҙы - спортта артыҡ коммерциялаштырыуҙы бөтөрөргә кәрәк, - тип билдәләне спорт министры шулай уҡ Башҡортостандың төрлө федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашыуын телгә алып.

- 2025 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Һәм беҙҙең бурысыбыҙ - махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарыбыҙҙы спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Спорт инфраструктураһын үҫтереүҙе һәм булған объекттарҙы яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. 2025 йылда бер юлы һигеҙ спорт объектын, шул иҫәптән, Өфөлә "МЕД" универсаль спорт комплексын, Благовещенда, Туймазы районы Серафимовка ауылында, Салауат районы Малаяҙ ауылында - бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын, Федоровка районы Федоровка ауылында, Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында – бассейндарҙы, Баймаҡ ҡалаһында боҙ аренаһын, Мәләүез ҡалаһында "Спартак" стадионын (реконструкциянан һуң) файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Төҙөлгән спорт объекттары буш торорға тейеш түгел, һәр береһен 100 процентҡа тулыландырыу мөһим!, -тип 2025 йылға Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының пландары менән дә уртаҡлашты Руслан Хәбибов.

 

Владимир Петров,

"Олимпия резервы" спорт мәктәбе директоры:

- Шулай уҡ Стәрлетамаҡта 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына йүнәлтелгән һайлаусылар наказдары исемлеге буйынса муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы “4-се гимназия” һәм мәктәптән тыш эш үҙәге “Надежда” (адресы: Революцион урамы, 15а) территорияһында спорт майҙансыҡтары асылды, “Стәрлетамаҡ Чемпиондарын Үҫтерәбеҙ!" проектың бойомға ашырып, “12-се лицей” ҡарамағында воркаут-майҙансыҡ, 29-сы мәктәп территорияһында күп функциялы спорт майҙансығы бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә асыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спорт мәктәбе директоры.

- Өсөнсө йыл рәттән мәктәпкәсә учреждениелар биләмәләрен төҙөкләндереү (асфальтлау) буйынса саралар бойомға ашырыла. Ағымдағы йылда урындағы бюджет саралары иҫәбенә дүрт - 41, 78, 81 һәм 82 анды балалар баҡсалары территорияларына асфальт түшәлгән, дөйөм суммаһы 15,1 миллион һум. Быларҙың барыһы ла республика Башлығы Радий Фәрит улы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла, - тип тамамланы һүҙен Владимир Петров.

 Фото

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас