10 дистанцион мутлашыу факты теркәлгән, зыяндың дөйөм суммаһы – 3 353 228 млн. һум тәшкил итә. Алданыусылар араһында ике балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, университет преподавателе, БСК операторы, ике пенсионер, ике эшһеҙ, аппаратсы һәм теш табибы.
Шулай уҡ бер аҙнала Стәрлетамаҡта кеше мөлкәтен урлау - 23, тән йәрәхәттәре килтереү - 19, ғаиләлә ғауға ҡуптарыу буйынса 58 факт теркәлгән. Наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлаған һәм һатҡан өсөн биш кеше ҡулға алынған, улар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн 13, иҫерек килеш йөрөгән өсөн 40, бәләкәй хулиганлыҡ өсөн 36 административ протокол теркәлгән.