Мутлашыусыларҙың сираттағы ҡорбаны - Стәрлетамаҡта йәшәүсе 58 йәшлек ҡатын. Ҡатынға йәнәһе лә почта бүлексәһенән шылтыратып, “Дәүләт хеҙмәттәре”нән килгән персональ кодты әйтергә ҡушалар, был заказлы хатты алыр өсөн кәрәклеген дә билдәләйҙәр.
Артабан зыян күреүсенең телефонына шәхси кабинетына инергә теләүҙәре тураһында смс-хәбәр килә. Был смс-хәбәрҙә тиҙ арала мотлаҡ шылтыратырға кәрәк булған телефон һандары ла яҙыла.
Ҡатын шылтырата, һәм артабан дәүләт органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре уны “хәүефһеҙ иҫәпкә” 2,8 млн ашыу сумма күсерергә күндерә.