Стәрлетамаҡ ҡалаһында Фурманов урамы, 33; Менделеев урамы, 2; Коммунистик урамы, 97 адрестары буйынса урынлашҡан атмосфера һауаһын контролдә тотоу өсөн өс автоматлаштырылған станция бар. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт көн һайын БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында баҫыла.
Шулай уҡ БР Өфө дәүләт авиация техник университеты тарафынан файҙаланылған күсмә экологик атмосфера һауаһы сифаты лабораторияһы ла бар, ул авария хәлендә һәм халыҡтың күпләп ялыуҙар ваҡытында авария урынына барыу өсөн тәғәйенләнгән. Арттырыуҙар асыҡланһа, әгәр арттырыуҙар федераль контроль кимәлендәге предприятиеларға хас булһа, мәғлүмәт Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә (Росприроднадзор) ебәрелә. Һәм төбәк контроле кимәлендәге предприятиеларға ҡарата тикшереүҙәр башлана.
Төбәктә “Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы тамамланыуынан башланы. Уның сиктәрендә республика өс федераль проектта ҡатнашты - ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы, ҡала һыҙатындағы сүплектәрҙе бөтөрөү, уникаль һыу объекттарын һаҡлау.
- Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Дәүләкән, Благовещен ҡалалары ситендә алты сүплек бөтөрөлдө. 56 гектарҙа сүплек юҡ ителеүе һөҙөмтәһендә, 468 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты. Бының өсөн 1,5 миллиард федераль аҡса йәлеп ителде, 500 миллион һумды республика индерҙе. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекслы системаһына килгәндә контейнер һәм майҙансыҡтар һаны дүрт тапҡырға артты. Халыҡтың сүп-сарҙы сығарыу сифатына ҡағылышлы мәсьәләһен дә хәл итеүгә өлгәштек. Федераль ҡаҙнанан 180 миллион һум аҡса йәлеп итеп, сүпте айырым йыйыу өсөн 12700 контейнер алыуға өлгәштек.
Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов БСТ телеканалының “Интервью” тапшырыуында ҡаты –коммуналь ҡалдыҡтар һәм һауа бысраныуы менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү тураһында һөйләне, йылға йомғаҡ яһаны. - Иң беренсе “Таҙа һауа” федераль проектының яңы милли проектта һаҡланып ҡалыуын белдерәһем килә. Уға ярашлы автоматик контролдең датчиктарын ҡуйыу, ҡабаттан йыһазландырыу бара. Беҙ проектҡа эләгергә тырышабыҙ. Ләкин атмосфера бысраныуы индексы тигән критерий бар. Ул юғары булырға тейеш. Башҡортостан уның буйынса тура килмәй. Беҙҙә «Газпром нефтехим Салават», БСК, СНХЗ, «Синтез-Каучук» менән дүрт килешеү төҙөлгән, улар 2030 йылға тиклем тәбиғәтте һаҡлау сараларын уҙғарыуға йөкләмәләр алды. 2025 йылдың 1 ғинуарынан беренсе категориялы һәр объекттың хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға комплекслы экологик рөхсәте – предприятие паспорты булырға тейеш, - тип аңлатты Фазылов.