Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Декабрь 2024, 08:03

ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!

Республика профсоюздар Федерацияһы союзы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында Стәрлетамаҡта “Эшсе Ҡатын-ҡыҙ – 2024” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы үтте.

ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!

...Смена диспетчеры, табип-педиатр, техник контроль бюроһы начальнигы, мәҙәниәт ойоштороусыһы, уҡытыусы, лаборатория технигы, бухгалтер, колледж уҡытыусыһы, хужалыҡ участкаһы белгесе, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ревизор һәм етештереүгә әҙерлек буйынса инженер... Кем генә юҡ ине конкурсанттар араһында. Улар үҙ һөнәрҙәре тураһында ижади һәм үҙенсәлекле итеп һөйләне. Йәмғеһе республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән 11 эшсе ҡатын-ҡыҙ ярышты.

Зал финалда ҡатнашыусы көйәрмәндәр командалары менән шығырым тулы ине. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров сараға килгәндәрҙең барыһын да сәләмләне һәм “Йыл эшсеһе – 2024” исеме өсөн көрәшергә төрлө һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәре йыйылыуын билдәләне. Артур Рәзил улы барлыҡ ҡатнашыусыларға ла матур сығыштар һәм еңеүҙәрен теләне. Ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт Комитеты секторының әйҙәүсе кәңәшсеһе Камилла Солтангәрәева һәм Башҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Таһир Ғәйетҡолов та мөрәжәғәт итте. Камилла Рәмил Ҡыҙы профсоюздарҙың хеҙмәтсән йәштәр менән үҙ-ара эш итеүенең мөһимлеген билдәләне һәм конкурс сағыу һәм ҡыҙыҡлы үтер, тигән ышаныс белдерҙе. Таһир Рәүеф улы, Стәрлетамаҡта конкурс унынсы тапҡыр уҙғарыла, артабан ул төрлө һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәренең яңы исемдәрен асасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Һәр ҡыҙҙың сығышы көслө алҡыштар һәм көслө яңғыраған лозунгтар менән оҙатылды. Һәр “Визитка” сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Бөтә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ярҙам төркөмдәре ҙур фантазияға бай номерҙар күрһәтте һәм үҙҙәре тураһында һөйләүҙең төрлө ысулдарын ҡулланды. Ижади конкурс йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар башҡарыу, стендап һәм хатта мюзикл менән тәҡдим ителгән номерҙарҙың күп төрлөлөгө менән ҡыуандырҙы. Динара Аҡтуғанова, мәҫәлән, сығышында үҙенең индивидуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, балалар табибы эшенең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Евгения Хөсәйенованың номеры иһә бөтөнләй ғәҙәти булмаған ысул менән әҙерләнгән: ул ысын казактарҙың фланкировка сәнғәте менән хайран ҡалдырҙы. Зәлиә Әхмәтшинаның сығышы ла бик матур килеп сыҡты. Ул ҡурай һәм ҡумыҙ аккомпанементы аҫтында башҡорт телендә туған халҡына, уның тарихына һәм геройҙарына һөйөү тураһында композиция башҡарҙы. Һәр ҡатнашыусының сығышы үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды!

Аҙаҡҡы һынау этабында һөйкөмлө, грациоз һәм серле ҡатын-ҡыҙҙар кискекүлдәктәрҙәсығыш яһап, тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын һоҡландырҙы.

Конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеү алдынан пауза ваҡытында тамашасылар Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе коллективтарының, солист һәм музыканттарҙың, шулай уҡ БСК-ның газ-ҡотҡарыу хеҙмәтенең “Ҡотҡарыусылар” төркөмөнөң матур музыкаль бүләктәрен татыны.

Һәм бына тулҡынландырғыс мәл килеп етте: конкурс йомғаҡтарын иғлан итеү. “Мисс “Һоҡланғыс йылмайыу” номинацияһында Евгения Хөсәйенова еңде, “Мисс “Артистизм” – Зәлиә Әхмәтшина, “Мисс “Камиллыҡ” – Динара Аҡтуғанова, “Мисс “Идеал” – Светлана Федорова, “Мисс “Һөйкөмлөлөк” – Анастасия Каменецкая, “Мисс “Тамашасылар һөйөүе” – Ксения Мәрҙәнова, “Мисс “Стиль” – Ульяна Гудкова, “Мисс “Илһам” – Зөлфиә Алтыншина, “Мисс “Шарм” – Светлана Тарасенко, “Мисс “Профсоюз матурлығы” – Миләүшә Ҡадирова, “Мисс “Элегантлыҡ” – Динара Сәләхетдинова.

Бөтә финалсыларҙан жюри өс лидерҙы һәм конкурстың еңеүсеһен билдәләне. Өсөнсө урынға Зәлиә Әхмәтшина, Икенсе урынға – Евгения Хөсәйенова, беренсе урынға Светлана Федорова лайыҡ булды. Гран-призды Динара Аҡтуғанова яуланы. Һәр ҡыҙ бүләккә аҡсалата сертификат, “Техноавиа” компанияһынан бүләк йыйылмаһы һәм, әлбиттә, сәскәләр гөлләмәһе алды.

Бөтә ҡатнашыусы ҡыҙҙар ҙа тырышты, инде оҙайлы репетициялар, кисерештәр, әҙерлек артта ҡалды. Был конкурс гүзәл заттарыбыҙҙың матурлығын, камиллығын, аҡыллылығын, һәләтлелеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы!

Гүзәл РӘМИЕВА.

Автор фотолары.

Фотолар шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сығанаҡтарынан алынды.

ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
ГҮЗӘЛ ДӘ ҺИН, ТЫРЫШ ТА, ҺӘЛӘТЛЕ ЛӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘ!
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас