Стәрлетамаҡта Яңы йыл төнөндә 6 һәм 17 һанлы ике троллейбус маршруттары сәғәт төнгө 12нән һуң да эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең таранспорт секторынан.
1 ғинуарҙа төнгө 01:00 сәғәттә “Больничный городок” станцияһына тиклем һуңғы рейстар йөрөйәсәк. 6 һәм 17 һанлы троллейбустар маршрут буйынса йөрөп, аҙаҡҡы станцияға килгәс артабан депоға йүнәләсәк.
Фото: Стәрлетамаҡ хакимиәте.