Ҡалабыҙҙа яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Үҫентеләрҙе "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектына, "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары һәм йорттар янында ултыртыла.
Стәрлетамаҡта йыл һайын яҙлы-көҙлө “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үткәрелә. Уның сиктәрендә ҡалала шәмбе өмәләрендә ойошмаларға беркетелгән территориялар тәртипкә килтерелә һәм ағас үҫентеләре ултыртыла. Мәҫәлән, ағымдағы йылда көҙөн ҡалабыҙҙың төрлө урамдарында муйылдың “Колората” һ.б. сортлы ағастар ултыртылды. Был акцияла ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте, ойошмалар һәм предприятиелар, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар, ирекмәндәр, шулай уҡ битараф булмаған барлыҡ Стәрлетамаҡ халҡы дәррәү ҡатнашты.
Киләһе 2025 йылда 3,5 гектар майҙанда үҫентеләр ултыртыу планлаштырабыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта 6 район һәм 4 ҡала.
Өфө ҡалаһынан килгән ирекмәндәр бригадаһы менән берлектә Стәрлетамаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙлы-көҙлө уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылып, Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылы территорияһында 3 мең тирәк, Ишпарсово һәм Подлесное ауылдары территорияларында 7 мең дардар, 7 мең ҡайын ағастары ултыртты. Әлеге акция өсөн ағас үҫентеләре махсус питомникта үҫтерелде.
Ағымдағы йылда йәй БР Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе һәм йәшелләндереү мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
– Һәр ағастың үҙенең эстетик һәм экологик әһәмиәте бар. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҙур ағастар ултыртырға, тематик аллеялар эшләргә тырышығыҙ. Яҡшы миҫалдар бар – Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, – тине Радий Хәбиров. – «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияларының халҡыбыҙ өсөн бик мөһим була барыуы ҡыуандыра. Был эште дауам итегеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.
Фотолар Р.Хәйҙәров тарафынан бирелде.